12:28 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Башҡортостанда 220 мең тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Бөгөнгә майҙандарҙың 14 процентында тамыраҙыҡтар йыйып алынған. Көйөргәҙе районында ураҡ юғары темптар менән бара, бында майҙандарҙың 52 процентында сөгөлдөр алғандар.
Гектарынан уртаса уңыш 301 центнер тәшкил итә, 2018 300 тонна тамыраҙыҡ ҡаҙылған. Әле бөтәһе планлаштырылған 1 миллион тонна уңыштың биштән бер өлөшөнән ашыуы йыйылған.
Заводтарға яҡынса 106 мең тонна оҙатылған. Уңыш буйынса иң яҡшы күрһәткестәр стәрлетамаҡтарҙа, улар гектарынан 350 центнер ала; ҡаҙыу һәм сығарыу буйынса шишмәләр алда килә — 52 һәм 34 мең тонна.
Республиканың өс шәкәр заводында 89 мең тонна әҙерләнгән, шуның яртыһы тиерлек эшкәртелгән. Һөҙөмтәләр буйынса Шишмә заводы тәүге урынды биләй, унда 31 мең тонна тамыраҙыҡ әҙерләнгән һәм 25 меңе эшкәртелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика