11:00 (UTC+5), 18 Сентябрь 2017

Өфөлә дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт-шәхси партнёрлыҡ буйынса уҡыу ойошторола

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 20-22 сентябрҙә республиканың дәүләт, муниципаль власть органдары һәм ойошма белгестәре өсөн дәүләт-шәхси партнёрлыҡ өлкәһендә Комплекслы мәғариф программаһы буйынса икенсе уҡытыу модуле үтә. Программаны Дәүләт-шәхси партнёрлыҡ милли үҙәге әҙерләгән, уның сиктәрендә төбәктән 100-ҙән ашыу кеше өс модулле квалификацияны арттырыу курсын үтәсәк. «Сара дәүләт-шәхси партнёрлыҡ өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикала тейешле компетенцияларҙы булдырырға мөмкинлек бирәсәк», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында. Семинар Башҡортостан Хеҙмәт һәм ғаилә министрлығы бинаһында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика