11:40 (UTC+5), 13 Сентября 2017

Башҡортостанда Беүә һәм Кама йылғалары аша күперҙәрҙән йөрөү түләүлегә әүерелде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан менән Удмурт Республикаһы сигендә төҙөлгән Беүә, шулай уҡ Камбарка ҡалаһы янындағы Кама йылғалары аша күперҙәрҙән йөрөү түләүлегә әүерелде. Ике күпер аша йөрөү еңел автомобиль водителдәренә — 330 һумға, ҙур йөк машиналары өсөн 1740 һумға төшә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
«Яңы күперҙәр Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия һәм Пермь крайы араһында хәрәкәтте тәьмин итә, шулай уҡ М5 һәм М7 федераль трассаларын бушата, Мәскәү-Өфө-Екатеринбург, Киров-Ижевск-Өфө йүнәлештәре буйынса йөрөү 250 һәм 150 саҡрымға ҡыҫҡара», — тип хәбәр иттеләр баҫмаға Төбәк инвестиция компанияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Удмурт Республикаһы һәм Инвестиция компанияһы араһында күперҙәр концессия килешеүе буйынса төҙөлгән, бының өсөн 15 миллиард һум аҡса һалынған. Концессия ваҡыты 49 йыл тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика