Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2017, 09:09
Башҡортостанда 2018 йылға бюджет проекты асыҡ тыңлауҙар үтә
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Көҙгө сессияла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттарын 2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона бюджет проекты өҫтөндә етди эш көтә. Быйыл тәүге тапҡыр тейешле закон проекты асыҡ тыңлауҙар процедураһын үтә. Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев шишәмбе Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ошо хаҡта һөйләне.
«Беҙ асыҡ тыңлауҙарҙа бюджет проектын иғтибарлап өйрәнгән, уны булдырыуҙың үҙенсәлеген аңлаған һәм камиллаштырыуға ҡыҙыҡһыныу белдергән кешеләр менән осрашырға ниәтләйбеҙ, — тине Константин Толкачев. — Асыҡ тыңлауҙар алдынан Дәүләт Йыйылышы сайтында бюджет проекты менән танышырға һәм тәҡдимдәр индерергә мөмкин».
Теги:
башҡортостандың дәүләт йыйылышы
бюджет проекты
асыҡ тыңлауҙар
Читайте нас: