07:18 (UTC+5), 12 Сентября 2017

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә ҡушты

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан әлеге 71-72 проценттан 85 процентҡа тиклем арттырырға ҡушты. Дәүләт башлығы Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.
«2019 йылдың 1 ғинуарынан да һуңға ҡалмайынса, әгәр Хөкүмәт кәрәкле тип тапһа, иртәрәк тә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә. Хөкүмәттең алдағы өс йылға федераль бюджет проекты менән бергә Дәүләт Думаһына тейешле тәҡдимдәр индереүен һорайым», — тине Президент.
Владимир Путин принципиаль мәсьәләне хәл итергә – хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумынан кәм булмаған күләмгә еткерергә, уны йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә һәм минималь эш хаҡының халыҡтың төп сығымдарын да ҡаплай алмаған хәлде еңеп сығырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Хөкүмәттә барған эске фекер алышыуҙарҙы, төрлө фекерҙәрҙе яҡлаған коллегаларымды аңлайым, сөнки бындай аҙымдар дәүләттең, атап әйткәндә, бизнестың өҫтәмә сығымдарына килтерә. Шуның менән бергә быны эшләү мөһим һәм кәрәкле, мөмкин булғанса тиҙерәк, һәм, әлбиттә, ҡаҙна мөмкинлектәренә ярашлы эшләү зарур тип уйлайым», — тине Владимир Путин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика