10:39 (UTC+5), 12 Сентябрь 2017

«Ағиҙел» фирмаһы — Парижда Maison&Objet дизайнерҙар күргәҙмәһе экспоненты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре» предприятиеһы Парижда Maison&Objet йорт өсөн тауарҙар һәм интерьерҙар дизайны күргәҙмәһендә ҡатнашты. Был Европала биналар дизайны һәм биҙәлеше өлкәһендәге ҙур профессиональ салон. Рәсәй экспозицияһында халыҡ кәсептәре традицияһында эшләгән фабрикаларҙың изделиелары урын алған. Улар — Гжель, Император, Дулёво фарфор заводтары, Дятьков гәлсәр заводы, «Кадомский вениз», «Крестецкая строчка», «Хохломская роспись», «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре».
Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре стенды илдең экспорт үҙәгенең махсус ярҙам программаһы сиктәрендә ойошторолған. Ул экспортерҙарҙың күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлегенә сығымдарының бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тота, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
«Предприятиелар коллектив экспозиция менән тәүге тапҡыр ошондай күләмле си ил майҙансығына сыҡты һәм Рәсәй халыҡтары кәсептәренең экспорт ҡеүәте менән таныштырҙы», — тип билдәләне күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова.
Maison&Objet күргәҙмәһендә архитекторҙар, дизайнерҙар, ҡунаҡхана бизнесы һәм дизайн мәктәбе белгестәре, стилистар, ҙур магазиндар һәм ваҡлап сауҙа итеүселәр, шулай уҡ ҙур предприятиеларҙың дизайнерҙары ҡатнашты. Сараның маҡсатлы аудиторияһында бөтә ҡитғаларҙан 65 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, унда 100 мең самаһы кеше ҡатнаша.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика