11:18 (UTC+5), 11 Сентября 2017

Башҡортостан — инициативалы бюджетлауҙы үҫтереүҙә иң яҡшылар араһында

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Финанс министрлығы граждандарҙы инициативалы бюджетлау механизмдарына йәлеп итеү йомғаҡтары һәм бюджет системаһының асыҡлығын арттырыу һөҙөмтәләрен тикшереү йомғаҡтары буйынса «Инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү» номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Республика вәкилдәре Мәскәү финанс форумының «Асыҡ бюджет һәм инициативалы бюджетлау — ҡаҙна сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу ҡоралдары» панель сессияһында ҡатнашты. «Бындай ҡоралдар халыҡтың фекерен иҫәпкә алып бюджет сығымдарының өҫтөнлөгөн билдәләү, асыҡ бюджет мәғлүмәттәрен ғәмәлдә файҙаланыу, йәмәғәт контролен бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр асырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан халыҡты күпләп йәлеп итеү һәм инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү алымдарының институциональ төрлөлөгө йәһәтенән айырылып торҙо», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика