10:05 (UTC+5), 08 Сентябрь 2017

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса проектта пилот төбәге булды

sdelanounas.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙең стратегик үҫешенең 11 өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһен бойомға ашырыу барышында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» йүнәлешенең проект комитеты 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының илдең алты пилот төбәге иҫәбендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу программаһында ҡатнашыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдерҙеләр.
Ошо программала республикалағы аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәтендә, төҙөлөш материалдарын етештереү, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтарҙа эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған бер нисә ҙур предприятиеның ҡатнашыуы күҙаллана. Бынан тыш, һәр компания буйынса, уның үҙенсәлегенән сығып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса шәхси план төҙөү күҙ уңында тотола. Предприятиеларҙа кадрҙар ҡеүәтен камиллаштырыу, һаҡсыл етештереү принциптарын индереү, етештереү процесын оптималләштереү, шулай уҡ бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙең артабанғы мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленәсәк.
Тиҙҙән республика хөкүмәте менән төбәктең бурыстарын үҙ эсенә алған тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Атап әйткәндә, программала ҡатнашҡан предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген бер йылдан һуң 5 процентҡа, һигеҙ йыл үткәс 30 процентҡа күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан мәшғүлеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика