06:34 (UTC+5), 07 Сентябрь 2017

Башҡортостан Хөкүмәте «Өфө» аэропортының аэровокзал комплексын төҙөкләндереүгә 500 миллион һум аҡса бүлде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең эске һауа юлдарының аэровокзал комплексын төҙөкләндереүгә бюджет инвестицияларын бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Транспорт буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, ҡарар 2017 йылда эске һауа юлдарының аэровокзал комплексын реконструкциялау өсөн 500 миллион һум биреүҙе күҙ уңында тота.
Инвестициялар объекттың пассажирҙар үткәреү һәләтен сәғәтенә 600-ҙән 1200-гә тиклем арттырырға тейеш.
Бынан тыш, бүленгән аҡса аэропорттың инженер селтәрҙәре торошон яҡшыртырға, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген арттырырға, вокзал яны майҙанын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Төҙөкләндереүҙе 2019 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика