Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Сентябрь 2017, 16:19

«Платон» системаһы тарифы инфляция буйынса индексациялана

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Платон» системаһы тарифы 2018 йылда инфляция буйынса индексациялана. Ошо хаҡта Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов белдерҙе, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары. Ул шулай уҡ министрлыҡта киләһе йылда тарифҡа автомобилдең үткән юлына бәйле ташлама яһарға тәҡдим итеүҙәрен билдәләне.
2017 йылдың апрелендә 12 тонналыҡ йөк машиналары өсөн юлдың бер саҡрымына 1,91 һум тариф билдәләнде. Йыл башынан илдә инфляция 1,86 процент тәшкил итте (йыллыҡ иҫәпләмәлә 3,33 процент).
Читайте нас: