10:52 (UTC+5), 05 Сентября 2017

Республикала үтә түбән инфляция билдәләнә

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың аҡрын артыуы күҙәтелә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, август аҙағына тикшерелгән социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек 1,5 процентҡа ғына ҡиммәтләнгән, өҫтәүенә исемлектең яртыһы тиерлек 1-13 процентҡа арзанайған.
Ҡара сәйгә (килограмы уртаса 688 һум), дөгөгә (килограмы 50 һум), ҡаймаҡҡа (килограмы 189 һум) хаҡтар 1,5 процентҡа артҡан. Сусҡа ите бөтөнләй ҡиммәтләнмәгән (234). Һыйыр ите (300) 0,7 процентҡа, көнбағыш майы (90,6), сырҙар (411) — 0,6, аҡ май (478) 0,1 процентҡа ҡыйбатланған.
Бер тиҫтә йомортҡа 0,5 процентҡа (36,8), стерилләнгән һөт — 0,3 (57), пастеризацияланған һөт — 0,1 процентҡа артҡан (45,5).
Эремсеккә хаҡтар 0,01 процентҡа төшкән (килограмы 291 һум тора). Һыуытылған тауыҡ ите, туңдырма, ҡарабойҙай, шәкәр 1,9-0,5 процентҡа арзанайған. Миҙгелгә бәйле һуған, картуф, кишер, кәбеҫтә, алма 6-13 процентҡа осһоҙланған.
Дөйөм алғанда, йыл башынан Башҡортостанда инфляция 1 процент тәшкил иткән. Был — илдә иң һәйбәт күрһәткестәрҙең береһе. 2016 йылдың ғинуар-август айҙарында инфляция 3 процент булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика