09:30 (UTC+5), 05 Сентября 2017

БРИКС банкы Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн финанслай – Путин

"Российская газета"
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Владимир Путин, Сямэнь ҡалаһында БРИКС саммиты эшенә йомғаҡ яһап, БРИКС Яңы үҫеш банкының төп бурыстарын әйтеп үтте. Был тәү сиратта халыҡ-ара кредит рейтингын алыу, ул Яңы үҫеш банкына биш дәүләттең баҙарында ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарырға мөмкинлек бирәсәк. «БРИКС илдәренең милли валюталарында кредитлауға тиҙерәк күсергә кәрәк», — тип билдәләне Рәсәй Президенты. Путин Яңы үҫеш банкы ҡарамағында проекттарҙы әҙерләү буйынса Техник ярҙам фондын булдырыуҙы мөһим ҡарар тип атаны.
БРИКС банкы линияһы буйынса ҙур инвестиция проекттары әҙерләнгән, шуларҙың өсәүһе — Рәсәйҙеке, тип хәбәр итте ул. Улар — суд системаһын камиллаштырыу, Волга бассейны ҡалаларының һыу-хужалыҡ объекттарын яңыртыу һәм Өфөлә юл төҙөү (ҡала аша М7 һәм М5 трассаларын берләштергән Көнсығыш сығыу юлы). Владимир Путин ике йыл элек Өфөнөң БРИКС саммитын ҡабул итеүен иҫкә төшөрҙө.
Яңы үҫеш банкы Башҡортостан хөкүмәтенең 4,5 миллиард һум күләмендәге өлөшөн индерә. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң проект хаҡы — 29 миллиард һум. Июндә Петербург иҡтисади форумында республика «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән концессия килешеүе төҙөнө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика