10:37 (UTC+5), 04 Сентября 2017

Рәсәй иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сыға – Путин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сыға, тип белдерҙе бөгөн, 4 сентябрҙә, БРИКС саммитының киңәйтелгән составтағы ултырышы барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин. «Беҙ иҡтисади үҫеш темптарын тергеҙеү юлына сығабыҙ. Улар Һиндостанда йәки Ҡытайҙағы кеүек түгел, әммә түбәнәйгәндән һуң иҡтисадтың 2 проценттан ашыуға артыуын күрәбеҙ», — тип белдерҙе ул.
«Беҙ Рәсәй өсөн рекордлы инфляцияны кәметеүгә өлгәштек», — тип хәбәр итте Путин. — Әле ул 3,5 процент тәшкил итә, йыл аҙағына 3,7-3,8 процент булыр тип көтәбеҙ», — тип Рәсәй Президентының һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Шуның менән бергә Рәсәй башлығы «бөгөн Рәсәй БРИКС илдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеүҙе иҡтисадыбыҙҙа көрсөк күренештәрен еңеп сығыу шарттарында тормошҡа ашыра» тип билдәләне.
Шулай уҡ Путин илдә төп капиталға инвестицияларҙың, сауҙа әйләнешенең артыуын, эшһеҙлектең үтә түбән кимәлдә булыуын (5 процент тирәһе), сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүендә үҫеш күҙәтелеүен хәбәр итте.
«Иҡтисади үҫеште генә түгел, граждандарҙың етешлеген тәьмин итеүҙә иҡтисадтың көсөн берләштереү буйынса берлектәге эшебеҙ дөйөм үҫешебеҙҙең мөһим факторы булып тора, һәм был беҙҙе кооперацияны көсәйтеүгә көйләргә тейеш», — тип мөрәжәғәт итте Путин БРИКС буйынса коллегаларына.
Саммит бөгөн Көньяҡ Ҡытайҙың Сямэнь ҡалаһында асылды. БРИКС илдәре (Рәсәй, Ҡытай, Бразилия, Һиндостан һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) лидерҙары иртән тар составта һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика