ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективын һөнәри байрам – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе предприятиеға етештереү эшендә яңы ҡаҙаныштар теләне һәм тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Күбеһенсә һеҙҙең тырышлылығыҙ менән Башҡортостанда предприятиеләр һәм учреждениелар уңышлы эшләп килә, мөһим инфраструктура һәм социаль проекттар тормошҡа ашырыла, кешеләр йылыға, йорттағы уңайлыҡтарға ҡыуана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күп йылдар буйына ышаныслы партнерыбыҙ – «Газпром» корпорацияһының предприятиелар төркөмө республиканың иҡтисади ҡеүәтен һәм социаль именлеген нығытыуҙа, энергетиканы, торлаҡ-коммуналь комплексын, инвестиция һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүҙә төп ролде уйнай.
Башҡортостан Башлығы республика предприятиеларының «Газпром» менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһен юғары баһаланы.
- Бөгөн республикала сығарылған продукцияның 94 төрө «Газпром» объекттарында ҡулланыуға рөхсәт ителгән ҡорамалдар, материалдар һәм технологиялар реестрына индерелгән. 2014 йылдан компания 7 миллиард һумға республикала етештерелгән юғары технология продукцияһын һатып алды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Өфөнең моторҙар эшләүселәре менән берлектә газ ҡыуыу агрегаттары составында ҡулланылған АЛ-31СТ авиация двигателен камиллаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Ошо күсергестең ышаныс күрһәткестәре байтаҡҡа яҡшыртылды. Ул Өфө двигателенә «Газпром»дың 16-мегаватт машиналары линейкаһында төп ҡорамал булырға ярҙам итте. Нәҡ ошондай проекттар илебеҙҙе импортҡа мохтажлыҡтан ҡотҡарып, сәнәғәтебеҙҙе алға этәрә.
Республика етәксеһе предприятиеның газ тәьминәтенең осһоҙ һәм ышаныслы булыуын арттырыуға, газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.
- Хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яңы йүнәлештәр, республика предприятиеларының «Газпром»дың инновация проекттарында ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр табыуығыҙ, беҙҙең техник вуздар менән берлектә газ сәнәғәте өсөн ихтыяжлы булған белгестәр әҙерләүҙә кадрҙар заказын камиллаштырыуығыҙ мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм һөнәри үҫешеүҙә шарттар булдырып, йәштәребеҙ Башҡортостанда йәшәргә һәм эшләргә ҡалһын өсөн ныҡ ярҙам итәһегеҙ.
«Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының ҡаҙаныштары иҫәбендә төбәк етәксеһе экологик сәйәсәтте һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән уңышлы үҙ-ара эш итеүҙе, Башҡортостандың район-ҡалаларында спорт объекттарын төҙөүҙе атаны.
- «Газпром» компанияһы предприятиеларының эшмәкәрлеге – юғары профессионализм, белдеклелек, корпоратив рух өлгөһө, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн ошо залда дуҫ коллективты, хөрмәтле ветерандарҙы, хеҙмәт алдынғыларын, йәштәрҙе күрәм. Һеҙҙең көсөгөҙ – быуындар бәйләнешендә, яҡшы йолаларҙың дауам ителеүендә. Ошо бик шәп берҙәмлек артабан да нығынһын. Эшегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте газды өҙлөкһөҙ йөрөтөүҙе, шулай уҡ уны республиканың сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларына тотороҡһоҙ илтеүҙе тәьмин итә. Предприятие 5 меңләп саҡрым магистраль газ үткәргесен, компрессор һәм газ бүлеү станцияларын файҙалана. Оҙатылған зәңгәр яғыулыҡтың йыллыҡ күләме 100 миллиард кубометр самаһы тәшкил итә.