Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Август 2017, 11:49

Башҡортостан – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу пилот программаһында ҡатнашыусылар иҫәбендә

Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылда Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының пилот субъекттары иҫәбенә инеүе ихтимал, унда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү төбәк программаһы бойомға ашырыла. Был хаҡта, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығындағы сығанаҡҡа һылтанып, «Ведомости» гәзите хәбәр итә.
Һуңынан ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция форматында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» өҫтөнлөклө программаһының паспорты, шул иҫәптән Рәсәйҙең ошоға оҡшаш төбәк программаларын ғәмәлгә ашырған субъекттар исемлеге тикшерелде. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Премьер-министр әйтеүенсә, иҡтисадтың тотороҡло һәм конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы хеҙмәт етештереүсәнлегенә бәйле. Әлегә Рәсәй ошо күрһәткес буйынса үҫешкән дәүләттәрҙән күпкә ҡалыша. 2015 йылда илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәренә ҡарағанда ике тапҡырға кәм ине.
Етештереүсәнлекте тотҡарлаған башҡа сәбәптәр иҫәбендә Хөкүмәт Рәйесе инвестицияларҙың етмәүен, ҡануниәттең камил булмауын һәм байтаҡ административ кәртәләрҙе атаны. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса проект әҙерләнде.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе этапта 16 төбәкте һайлап алған, унда предприятиеларҙа дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары эшләйәсәк.
«Ведомости» гәзите мәғлүмәте буйынса, быйыл Иҡтисади үҫеш министрлығы төбәктәр араһынан алты, киләһендә тағы ла 10 ҡатнашыусыны һайлап ала. 2017 йылда Һамар, Тула, Төмән өлкәләре, Пермь крайы, Башҡортостан һәм Татарстан пилот төбәктәре булыуы ихтимал.
Читайте нас: