11:36 (UTC+5), 31 Августа 2017

Башҡортостан фермерҙарына үҙ продукцияһын алға ебәреүгә сығымдарҙың ярты өлөшөн ҡайтарасаҡтар

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ауыл хужалығы кооперативтарына үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарыуға аҡсалата сығымдарҙың яртыһын ҡайтарыуҙары ихтимал. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарар проектына һылтанып.
Дәүләт продукцияны баҙарға сығарыу буйынса аграрийҙарҙың сығымдарын өлөшләтә ҡаплау өсөн төбәктәргә федераль ҡаҙнанан аҡса бүлергә күҙаллай. Был сара тик ауыл хужалығы кооперативтарына – шәхси ярҙамсы хужалыҡ берләшмәләренә һәм фермерҙарға ҡаралған.
Бындай ярҙам бәләкәй агробизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм фермерлыҡ – ул етештерелгән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарыуы бик ҡыйын булған хужалыҡ формалары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика