08:03 (UTC+5), 31 Августа 2017

Арбитраж 2014 йылда «Башнефть» компанияһын үҙгәртеп ҡороуҙы активтарҙы сығарыу ысулы тип таныны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Арбитраж суды 2014 йылда «Система-Инвест» һәм «Система» акционер финанс корпорацияһының элекке милекселәре үткәргән «Башнефть» компанияһын үҙгәртеп ҡороуҙы компаниянан активтарҙы законһыҙ сығарыу ысулы тип таныны. Ошо хаҡта, судтың шаршамбы көндө баҫылып сыҡҡан ҡарарына һылтанып, ТАСС хәбәр итә.
«Суд фекеренсә, яуап биреүселәрҙең үҙгәртеп ҡороу хаҡында ҡабул иткән ҡарары «Башнефть» компанияһынан активтарҙы сығарыу ысулы булып тора, сөнки үҙгәртеп ҡороу шарттары яуап биреүселәрҙең ҡарамағы буйынса билдәләнгән. Һөҙөмтәлә «Башнефть» компанияһына зыян килтерелгән. 2014 йылдың ғинуар-майында, 2014 йылдың ноябрендә акцияларҙы суд тәртибендә һоратып алыр алдынан, үҙгәртеп ҡороуҙы үткәреү яуап биреүселәрҙең үҙгәртеп ҡороуҙың корпоратив процедураһын, тәү сиратта, йәмғиәттең активтарын законһыҙ сығарыу өсөн файҙаланырға теләүенә ишаралай», — тиелә документта.
Дәғүәселәр фекеренсә, «Башнефть» компанияһының законлы хужаһы булмаған һәм акцияларҙы законлы хужа файҙаһына һоратып алыу хәүефен аңлаған «Система-Инвест» һәм «Система» акционер финанс корпорацияһы үҙгәртеп ҡороу рәүешендә «Башнефть» компанияһынан мөлкәтте һәм аҡсаны сығарған. Суд ошо дәлилдәрҙе законлы һәм хаҡлы тип тапты. Документта «Система» «Башнефть» ойошмаһына ҡарата ҡылынған эштәрҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлы һәм нигеҙле булыуына дәлилдәр килтермәне тип билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика