16:34 (UTC+5), 30 Августа 2017

Өфөлә яңы төҙөлгән өс мәктәп өс меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итергә әҙер

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә уҡыу йылына өс яңы мәктәп: Киров районының Колгуев һәм Дим районының Көмөш шишмә биҫтәләрендә 160-сы һәм 161-се лицейҙар, шулай уҡ Октябрь районының Нуғай ҡасабаһында 147-се мәктәптең яңы бинаһы һалынған.
770 балаға иҫәпләнгән 160 лицей 50 уҡытыусы йыя. 1138 уҡыусы килгән 161-се лицейға иһә 68 уҡытыусы кәрәк. Ике мәктәптә лә беренсе класс уҡыусылары бик күп. Колгуев лицейында ете беренсе класс (һәр класта 30-ар бала), Көмөш Шишмәлә — туғыҙ, барыһы ла теркәлгән урыны буйынса.
«Башланғыс мәктәптә уҡыусыларҙың күплеге 11-се кластарҙың булмауын ҡаплай, беҙҙә 9-10-сылар – берәр, һәм ике 8-се класс бар», — тип һөйләне 160-сы лицей директоры Илнур Сәлихов. — Мәктәп бер сменала эшләй. Йүнәлешен әлегә билдәләмәгәнбеҙ: бер аҙ эшләргә, уҡыусыларҙы барларға кәрәк, киләһе йылда иһә физика-иҡтисад, гуманитар, спорт йүнәлештәрен һайларбыҙ, моғайын». Мәктәп, ысынлап та, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы йыһазландырылған — бер нисә майҙансыҡ, футбол майҙаны. 161-се лицейҙа спортблок бассейн менән тулыландырылған. «Мәктәбебеҙ — иң яҡшыһы», — тип ышана уның директоры Гөлнара Ғимазетдинова. — «Тап ошо проект типовой булыр тигән фекер бар».
Халыҡ күпләп йәшәгән Нуғай ҡасабаһындағы 147-се мәктәптең яңы бинаһы 1970 йылда төҙөлгән һәм 200 уҡыусыға иҫәпләнгән бинаны бушатыуға йүнәлтелгән. 1 сентябрҙә уға 678 уҡыусы бара. «Яңы бинала 5-11 класс уҡыусылары белем ала, башланғыс мәктәп үҙ урынында ҡала. А блогын төҙөп бөтһәк, мәктәп 1250 уҡыусыны ҡабул итә ала», — тип хәбәр итте директор Наталья Силина. — «Проектта 504 урынлыҡ тамашалар залы ҡаралған».
Бөтә яңы мәктәптәрҙә һәйбәт йыһазландырылған ашханалар бар. Директорҙар аңлатыуынса, унда ысынлап та аутсорсер предприятие ашнаҡсылары иртәнге һәм төшкө аш бешерәсәк. Көмөш шишмәлә мәктәп һалыуға һәм уны йыһазландырыуға 757, 3 миллион һум йүнәлтелгән. 205 миллион һумдан ашыуы — 147-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә. Колгуев биҫтәһендәге мәктәп һәм уны йыһазландырыу 500 миллион һумдан ашыуға төшкән. «Объект ваҡытында төҙөлгән. Ҡиммәт булмаған, ләкин сифатлы материалдар файҙаланылған. Һис шикһеҙ, ул биҫтә халҡын үҙенә саҡырып торор», — тип иҫәпләй Киров районы башлығы урынбаҫары Олег Котов.
Хәҙер мәктәптәрҙе асыуға әҙерлек бара: уҡытыусылар өмәгә сыҡҡан, уларға ата-әсәләр һәм өлкән класс уҡыусылары ярҙам итә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика