09:54 (UTC+5), 30 Августа 2017

Башҡортостанда «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа килде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда республиканың «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы булдырылды. Тейешле бойороҡто республика Хөкүмәте ҡабул иткән. Учреждение эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – төбәктең һалым сәйәсәтен әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыу өлкәһендә федераль закондарҙа, Башҡортостан закондарында, Башҡортостан Хөкүмәтенең норматив хоҡуҡи акттарында ҡаралған республика вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында дәүләт функцияларын үтәү, шулай уҡ бюджеттың килемен арттырыу буйынса эште көсәйтеү, тип хәбәр иттеләр Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ойоштороусының вәкәләттәре һәм функциялары Башҡортостандың Финанс министрлығына йөкмәтелгән.
23 августа Башҡортостан хөкүмәтенең 2017 йылдың беренсе ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бюджеттың килем өлөшөн әүҙемләштереү буйынса учреждение булдырыу бурысын ҡуйғайны.
«Беҙҙә сығымдар буйынса белгестәр кәрәккәнгә ҡарағанда күберәк. Ә килемдәр буйынса беҙҙә Финанс министрлығында 16 кешенән торған бүлек кенә бар. Шуға күрә беҙ килемдәр менән, шул иҫәптән ошондай эште алып барырҙай ҡаҙна учреждениеһын булдырыу рәүешендә шөғөлләнәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда яҡынса 25-30 кеше булыр тип күҙаллана. Ләкин ошо кешеләр көн һайын һалым сәйәсәтенең тәү сиратта республикаға ҡағылышлы өлөшөн камиллаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, беҙҙең федераль мәсьәләләргә ҡағылышыбыҙ юҡ. Әммә мәсьәләләрҙе тәртипкә һалып, ошондай эште башҡарырбыҙ. Тиҙҙән беҙҙә ошондай ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика