12:29 (UTC+5), 29 Август 2017

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,5 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,449 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән. Был уҙған йылдағы ошо уҡ осорға ҡарағанда 20 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында.
Экспорт күләме 22 процентҡа кәмегән, импорттың иһә 1 процентҡа артҡан.
Нигеҙҙә республика минераль продукттарҙы (нефть һәм ҡыуыу продукттары) — сығарылған тауарҙарҙың дөйөм күләменән 65 процент, химия сәнәғәте продукцияһын, каучукты (18,5), машиналар эшләү продукцияһын (10%) экспортҡа оҙатҡан.
Импортта төп урынды машиналар эшләү продукцияһы (49 процент); химия сәнәғәте продукцияһы, каучук (22,7 процент); металдар һәм уларҙан яһалған изделиелар (14,6 процент) биләгән.
Шул осорҙа 114 ил менән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тормошҡа ашырылған. Экспорттың иң ҙур күләме Латвия (23 процент), Нидерланд (15,7 процент), Ҡытай (8,8 процент), Ҡаҙағстан (8,4 процент), Белоруссия (6 процент) илдәренә тура килгән. Шулай уҡ исемлектә (4,3 процент), Төркиә (3,4), Бельгия (2,4), Польша (2,0), Бөйөк Британия (1,7), Украина (1,7), Алжир (1,6), Германия (1,5), Испания (1,4), Литва (1,3), Эстония (1,2), Ҡырғыҙстан (1,2) бар.
Төбәккә ғәҙәттәгесә Ҡытайҙан (19,6 процент), Германиянан (13,8), Белоруссиянан (13), Ҡаҙағстандан (7,9), АҠШ-тан (4,2), Ирландиянан (3,8), Чехиянан (3,8), Франциянан (3,7), Италиянан (3,1), Нидерландтан (3,0), Һиндостандан (2,3), Швейцариянан (1,8), Даниянан (1,7), Үзбәкстандан (1,5), Ҡырғыҙстандан (1,4), Япониянан (1,4) тауарҙар килтерелә.
«Дөйөм алғанда, тәүге ярты йыллыҡта Волга буйы федераль округының тышҡы сауҙаһында Башҡортостандың әйләнеш өлөшө 10 процент тәшкил итте. Башҡортостан һәм башҡа махсуслаштырылған таможняларҙа теркәлгән Башҡортостан предприятиелары декларациялары нигеҙендә республика тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең дөйөм картинаһы шундай», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика