11:02 (UTC+5), 29 Августа 2017

Республиканың 8 районы иген сабыу буйынса экваторҙы үтте

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың һигеҙ районы иген сабыу буйынса экваторҙы үтте. Урыу эштәре буйынса иң юғары тиҙлек ейәнсураларҙа, улар майҙандарҙың 54 процентында бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сабып, 53 процентта һуғып алған, тип хәбәр иттеләр төбәк аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.
Үткән ял көндәрендә республикала иген 147 мең гектарҙа (8 процент) сабылған, 156 мең гектарҙа (11 процент) һуғылған.
Башҡортостан Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 777 мең гектарҙан (43 процент) сабылған, 719 мең гектарҙан һуғып алынған (40 процент).
Уртаса уңыш гектарынан 23,1 центнер тәшкил иткәндә республикала 1658 мең тонна иген һуғылған. Элеккесә иң юғары уңыш Саҡмағош игенселәрендә – гектарынан 38 центнер, Стәрлетамаҡ аграрийҙарында ашлыҡ һуғып алыу – 85,1 мең тонна.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика