10:02 (UTC+5), 28 Августа 2017

Республикала мәктәп уҡыусыларының һаны 13,5 меңгә артты

Depositphotos.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда ағымдағы уҡыу йылында парта артына 465 мең уҡыусы ултырасаҡ – ул былтырғыға ҡарағанда 13,5 меңгә күберәк. Беренсе кластарҙың иҫәбе – 52 мең. Республика Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу башына яңы мәктәптәр Өфөлә, төҙөкләндерелгән интернат Иҫке Собханғолда, ике яңы балалар баҡсаһы Ғафури һәм Тәтешле районы үҙәктәрендә тапшырыласаҡ. Йыл аҙағынаса мәктәп баш ҡала ситендәге Нуғай ауылында һәм биш балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
2017 йылда 308 дөйөм белем биреү мәктәбенә 456,39 миллион һумға капиталь ремонт эшләнде. Уларҙан республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һумы икенсе сменаны бөтөрөү сиктәрендә өҫтәмә урындар булдырыуға тәғәйенләнде (финанслау 2016 йыл менән сағыштырғанда 50,5 миллион һумға арттырылды). Ағымдағы ремонтҡа 70 миллион һум самаһы тотонолдо. Был саралар беренсе сменала уҡыусыларҙың һанын 90 процентҡаса арттырырға ярҙам итәсәк.
Былтырғы уҡыу йылында мәктәптәр өсөн 108 мәктәп автобусы һатып алынды. Быйыл өҫтәмә 57 автобус алыу күҙаллана. Бөтәһе 1319 мәктәп автобусы 2557 тораҡ пунктынан 872 дөйөм белем биреү ойошмаһына балаларҙы йөрөтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика