05:03 (UTC+5), 24 Августа 2017

Быйылғы уңыш былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булды – Рөстәм Мәрҙәнов

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика телевидениеһына интервьюла быйылғы йәй уңышының төрҙәрен баһаланы. «Бындай ямғырлы йәйҙе оло йәштәгеләр иҫләмәй. 37 районда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Шуға ҡарамаҫтан, август ҡоро һәм йылы килде, уңыш былтырғы ҡоро йылға ҡарағанда ла яҡшыраҡ булды. Ужым культуралары яҡшы, яҙғылар ҙа һәйбәт. Хәҙер төп проблема – уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу, әммә был аграрийҙарҙың мөмкинлектәре», — тип билдәләне премьер. Агросәнәғәт комплексына төрлө формаларҙа ярҙам ваҡытында күрһәтелде, шул иҫәптән кредиттарҙы субсидиялау һәм техника һатып алыу буйынса, тип хәтергә төшөрҙө ул. Шулай уҡ предприятиеларға игенде отошлораҡ хаҡҡа һатыу яғын хәстәрләргә кәрәк, тине ул. «Көҙгөһөн баҙарҙа һәйбәт конъюнктура, аграрийҙарҙың ҙур табыш алыу мөмкинлеге лә буласаҡ», — тип иҫәпләй премьер. Бынан тыш, яҡшы уңыш йәшелсәгә хаҡтарҙы төшөрөргә мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөн республика хужалыҡтары мал аҙығын әҙерләү буйынса планды арттырып үтәне, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу яҡшы тиҙлектә бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика