05:55 (UTC+5), 23 Август 2017

Башҡортостан Хөкүмәтендә тәүге ярты йыллыҡҡа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһайҙар

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы асылды. Төбәк Министрҙар кабинеты тәүге ярты йыллыҡта республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһай. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, башҡарма власть органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары ҡатнаша.
Дөйөм алғанда, республика Башлығының һүҙҙәренсә, тәүге ярты йыллыҡ уңышлы булды. Сәнәғәт – 3,4 процентҡа, аграр комплекс өс процентҡа артты. Ауыл хужалығы етештереүендә төп күрһәткестәр буйынса республика Волга буйы федераль округының өс алдынғыһында.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары менән таныштыра. Социаль-иҡтисади үҫеш тәүге ярты йыллыҡта төп фараз варианты буйынса барҙы. Төп индикаторҙар тотороҡло үҫеште сағылдыра.
Демографик һәм миграция хәлен яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар тураһында муниципалитет башлыҡтары һөйләйәсәк. Ултырышта ағымдағы йылдың аҙағына тиклем предприятиеларҙың инвестиция пландары һәм торлаҡ төҙөлөшөн яҡшыртыу перспективалары тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика