08:00 (UTC+5), 22 Августа 2017

Башҡортостанда республиканың иң яҡшы комбайнсылары билдәле буласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте иген йыйыу комбайны, үҙ йөрөшлө сапҡыс операторҙары, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ 2017 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Хөкүмәттең тейешле бойороғо төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Конкурс ер эшкәртеү мәҙәниәтен, етештереү һөҙөмтәлелеген һәм хеҙмәт һөҙөмтәһен арттырыу өсөн уҙғарыла һәм бер нисә номинациянан тора: «Иң яҡшы комбайнсы», «Иң яҡшы үҙ йөрөшлө сапҡыс операторы», «2017 йылғы уңышты йыйыуҙа иң яҡшы ауыр йөк автомобиле водителе», «Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы» һәм «Туңға һөрөүҙә иң яҡшы механизатор».
Конкурсты ойоштороу һәм уҙғарыу бурысы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә аграрийҙар араһында конкурс ойошторорға тәҡдим итте.
«Йәмғиәт яҡшы эшләүселәрҙе күрергә һәм ошонан сығып, һығымта яһарға тейеш. Тырыш хеҙмәт өсөн яҡшы бүләктәр бирергә кәрәк», — тип билдәләне ул саҡта Рөстәм Хәмитов.
Былтыр төрлө номинацияларҙа 10 кеше конкурс еңеүселәре булды. «Иң яҡшы комбайнсы» номинацияһында еңгән биш кешегә республика Башлығы «Нива» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.
Иң яҡшы үҙ йөрөшлө сапҡыс операторы, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителе, туңға һөрөү механизаторы, шулай уҡ аграр университеты студенты «Лада-Гранта» машинаһын һатып алыу өсөн сертификаттар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика