Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Август 2017, 08:56

Республикала иң «уңышлы» райондар аталды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Әлеге ваҡытта уңыш буйынса алдынғылар рәтендә – республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килтерҙе.
Стәрлетамаҡ районы буйлап эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе «Рощинский» совхозы һәм «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында булды. Рөстәм Хәмитов урып йыйыу, мал аҙығын әҙерләү һәм ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек эштәренең барышы менән ҡыҙыҡһынды.
«Кәйефтәр күтәренке, уңыш тигеҙ, ә иң мөһиме – эшләргә теләк бар», — тип аңлатма бирҙе ауыл хужалығы эштәренә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рөстәм Баһаүетдинов.
Республиканың ауыл хужалығы министры һүҙҙәренсә, уңыш быйыл һәйбәт һәм уны йыйыу өсөн һауа торошо ла яҡшы тора.
«Уңыш йыйыу буйынса әүҙем фазаға индек, булған комбайндар тәүлегенә 60 мең гектарҙан йыйырға мөмкинлек бирә, әммә әлегә 42-45 мең гектарҙан алабыҙ, — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – Быйыл ужым культураларын 600 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү күҙалланған. 150 мең гектарға орлоҡтар күсеүсе орлоҡ фондында бар, ҡалғаны яңы уңыштан алынасаҡ. Бөгөн беҙҙең иген һаҡлағыстарына 550 мең тоннанан ашыу иген һалынған».
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: