00:56 (UTC+5), 15 Августа 2017

Республика игенселәре тәүге 133 мең тонна игенде йыйып алды

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда, уртаса уңыш 22,7 центрҙа, һәр гектарҙан 133 мең тонна иген һуғып алынған. Әлегә бөтәһенән дә күберәк Әлшәй һәм Көйөргәҙе районы игенселәре йыйып алған – 10,2 һәм 10,9 мең тонна.
Шул уҡ ваҡытта ужым культуралары араһында иң юғары уңыш бойҙайҙа (һәр гектарҙан 26 центнер), яҙғы культуралар араһында – арпала (гектарынан 26,1 центнер).
Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар уңышы буйынса Саҡмағош, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары алдынғы килә. Бында һәр гектарҙан 31,2-38,3 центнер иген йыйып алалар.
Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 112 мең гектарҙа сабылған (майҙандарҙың алты проценты), 59 мең гектарҙа һуғылған (өс процент).
Урып йыйыу эштәрен юғары темптар менән Дүртөйлө, Әлшәй, Саҡмағош, Көйөргәҙе, Илеш, Шаран һәм Йылайыр районы аграрийҙары алып бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика