02:05 (UTC+5), 11 Августа 2017

Рөстәм Хәмитов республиканың төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш комплексында эшләүсе 40 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
Төҙөлөш тармағы республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов наградаларҙы тапшырып. Башҡортостанда төҙөүселәр 10 проценттан ашыу тулайым эске продуктты етештерә. Төҙөлөш күләмдәре буйынса республика Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе булып тора. Былтыр торлаҡ төҙөү буйынса төбәк илдә бишенсе булды. Индустриаль, сәнәғәт төҙөлөшө буйынса республика һәр саҡ тәүге ун төбәк исемлегендә. Төҙөлөш тармағында 80 меңдән ашыу кеше эшләй.
«Был ошо йүнәлешкә бирелгән, унда даими эшләүсе ғәйәт ҙур хеҙмәткәрҙәр армияһы. Төҙөлөш бөтә нәмәне үҙ эсенә ала. Һәр ғаилә ниндәйҙер кимәлдә төҙөүсе», — тине төбәк Башлығы.
Төҙөүселәрҙең ҡаҙаныштарын баһалап, Рөстәм Хәмитов тейешле һандар килтерҙе.
Уның фекеренсә, төҙөлөш инфраструктураһын булдырыуға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк.
Республика иҡтисады өсөн төҙөлөш тармағының әһәмиәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов алдынғы хеҙмәтте, технологияларҙы, төҙөлөштәге технологияларҙы үҫтереү кәрәклеген билдәләне.
Төҙөлөш тармағы алдынғыларын һөнәри байрамдары һәм алған наградалары менән ҡотлап, «төҙөлөш – нигеҙҙәрҙең нигеҙе ул. Ныҡлы өйһөҙ, ҡыйыҡһыҙ кеше йәшәй алмай. Етештереү биналарын, объекттарын төҙөмәйенсә предприятие эшләй алмай. Һеҙ үҙ эшмәкәрлегегеҙҙә шул нигеҙҙе булдыраһығыҙ. Ошо нигеҙҙең ныҡлы булыһы бик мөһим», – тип йәнә бер ҡат айырым билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы төҙөүселәргә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләне.
«Ғаиләләрегеҙҙә барыһы ла яҡшы, ысын мәғәнәһендә ышаныслы тыл булһын. Һәм әлбиттә, һеҙ эшләгән коллективтарға уңыштар, иң изге теләктәр юллайым», — тине төбәк Башлығы.
Бүләкләнгәндәрҙең исемлеге менән Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
1 из 9
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика