03:21 (UTC+5), 10 Августа 2017

Башҡортостан төҙөүселәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кесе йома, 10 августа Башҡортостан төҙөүселәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.
Көндөң тәүге яртыһында тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтә.
Төҙөүселәр көнөнә арналған тантаналы йыйылыш көндөҙгө сәғәт 3-тә Конгресс-холда башлана. Бында 2016 йылдың йомғаҡтары буйынса «Рәсәй төҙөлөш комплексының иң яҡшы ойошмаһы» исеменә ХХI Бөтә Рәсәй конкурсы, шулай уҡ 2017 йылдың тәүге ярты йыллығында иң яҡшы төҙөлөш ойошмаһы, төҙөлөш материалдары һәм төҙөләш индустрияһы предприятиеһы, проект ойошмаһы конкурсы лауреаттарына дипломдар, Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.
Йыйылышта ҡатнашыусылар өсөн республиканың сәнғәт оҫталары байрам концертын ҡуя.
Рәсәйҙә Төҙөүселәр көнө августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә – 2017 йылда ул 13 авгусҡа тура килә.
Тәүге тапҡыр СССР заманында Төҙөүселәр көнө 1956 йылдың 12 авгусында билдәләнгән.
Һөнәри Төҙөүселәр көнөн байрам итеү 1980 йылдың 1 октябрендә Юғары Совет Президиумының «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы указы менән нығытылған.
Рәсәй Федерацияһы Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығының ҡарары буйынса 2011 йылдан байрам федераль статус алған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика