06:45 (UTC+5), 09 Августа 2017

Рөстәм Хәмитов республикалағы иң ҙур инвестиция проектының ғәмәлгә ашырылыу барышы менән танышты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Шишәмбе, 8 августа Благовар районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө һәм Благовар селекция-гибрид үҙәктәренең эше менән танышты. Предприятиелар республиканың агросәнәғәт комплексында иң ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә булдырылған: «Өфө селекция-гибрид үҙәге» тоҡомло сусҡасылыҡта махсуслашҡан, «Благовар селекция-гибрид үҙәге» нигеҙендә сәғәтенә 10 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештереү ҡеүәте менән цех һәм 24 мең тонна иген һаҡлауға иҫәпләнгән элеватор төҙөлгән. Ике проект та өҫтөнлөкләләргә инә, сығымдарҙың бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидиялар иҫәбенә ҡайтарылды.
Предприятиеларҙың эше менән танышыуҙы Рөстәм Хәмитов фураж игене үҫтерелгән баҫыуҙан башланы. Өфө һәм Благовар селекция-гибрид үҙәктәренең директорҙар советы ағзаһы Елена Климованың һүҙҙәренсә, нәҡ бынан, ерҙән бөтә сусҡа етештереү технологияһы башлана. Тоҡомло сусҡасылыҡтың уңышы 30 процентҡа малды тотоу шарттарына, шул иҫәптән уларҙы нимә менән туҡландырыуға бәйле.
«Иғтибарыбыҙ аҙыҡ-түлек етештереүҙәге хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән: беҙ – нимә ашайбыҙ шул ул. Сусҡа итен ашаһаҡ, ул иттең сифатлы булыуында, мал туҡланған аҙыҡтың сифатында шикләнмәҫкә тейешбеҙ, — тип аңлатма бирә Елена Климова. — Иң мөһиме – токсиндарҙың мал аҙағына эләкмәүе, сөнки ул малдың репродуктив мөмкинлектәрен кәметә».
Инвестор вәкиленең әйтеүе буйынса, сусҡа итенең 50 процентҡа ҡәҙәр үҙҡиммәте игенгә тура килә. Шуға иген культуралары менән бәйле эшкә айырым иғтибар бүленә. Селекция-гибрид үҙәгенең ҡулланышында 4,4 мең гектар майҙан бар, уларҙа бойҙай һәм арпа үҫтерелә. Яҡын ваҡыт эсендә 2,7 мең гектарҙа уңыш йыйыу эштәре башлана. Елена Климованың баһаһы буйынса, быйыл арпаны гектарҙан – дүрт тоннаға ҡәҙәр, бойҙайҙы – өс тоннаға тиклем алыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта бындай юғары кимәлдәге уңыш ҙур капитал һалыуҙан тора. Уларҙы тәүге өс йыл дауамында – гербицидтар һәм пестицидтар формаһында – тура мәғәнәһендә ергә күмергә тура килә. Тик дүртенсе йылға ғына инвестиция зыяны килем менән әйләнеп ҡайта.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, бөгөн бындай эшкә аграрийҙарҙың 10 проценты ғына әҙер, баҫыуҙарҙың төп өлөшө ҡый үләндәре менән «сүпле» булып ҡала. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов мәсьәләне ауыл хужалығы эштәрендә технологияларҙы теүәл үтәүсе уңышлы милекселәргә һөҙөмтәһеҙ ҡулланылған майҙандарҙы уларға өҫтәмә участкалар бүлеү иҫәбенә хәл итергә тәҡдим итә.
«Ҡулдарынан килгәндәргә ярҙам итергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Яҡшы эшләгәндәргә, һис шикһеҙ, мөмкинлектәр биреү зарур».
Республика Башлығы ҡатнаш аҙыҡ цехының һәм элеваторҙың эше менән танышты. 2016 йылда ғәмәлгә ашырылған проект аҙыҡ-түлек етештергәндә киләһе хәүефһеҙлек сылбырынан тора: ҡатнаш аҙыҡ әҙерләй торған игенде эшкәртеү алдынан лабораторияла ентекләп тикшереләр. Заманса ҡорамал бөтә технологияларҙы ла еренә еткереп үтәргә мөмкинлек бирә. Предприятие сусҡалар, эре мөгөҙлө мал һәм ҡош-ҡорт өсөн 16 төр ҡатнаш аҙыҡ етештерә.
Республиканың агросәнәғәт комплексында тормошҡа ашырылған башҡа инвестиция проекттары хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы»ның махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика