09:30 (UTC+5), 09 Август 2017

Башҡортостанда бушлай медицина ярҙамына бюджет ассигнованиелары күләме арттырылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2018 йылға бушлай медицина ярҙамын алыуға бюджет ассигнованиелары күләме 821,87 миллион һумға арттырылды. Был турала кисә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр иттеләр.
Шул сумманан мотлаҡ медицина страховкалауҙың төп программаһына индерелмәгән юғары технологик медицина ярҙамын күрһәтеүгә 250 миллион һум юллана.
Бер кешегә иҫәптә амбулатор медицина ярҙамы күләменең нормативтарын арттырыуға 232,2 миллион һум бүленә.
Башҡа дәүләт хеҙмәттәрен (эштәрен) күрһәтеүгә 339,67 миллион һум йүнәлтелә.
«2019-2020 йылдарҙа йыл һайын ошо маҡсатҡа бюджет ассигнованиелары күләмен арттырыу күҙалланған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров. — Ҡабул ителгән саралар республикала медицина ярҙамы күләменең нормативтарын федераль кимәлгә яҡынайтырға, шулай уҡ Дәүләт гарантиялары программаһы дефицитын кәметергә мөмкинлек бирәсәк».
Бынан тыш, 2017 йылда Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республика ҡаҙнаһынан айырым бюджет хеҙмәткәрҙәре категорияһына эш хаҡын түләү фондын арттырыуға 751,29 миллион һум бүленгән, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика