02:00 (UTC+5), 08 Августа 2017

Башҡортостанда ижтимағи башланғыстар менән эшләү буйынса иң уңышлы һәм әүҙем ҡалаларҙы атанылар

Станислав Шахов
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Финанс министрлығы ижтимағи башланғыстар программаһына йомғаҡ яһаны. РБК-Өфө ведомствоның матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, ҡалаларҙан йәмғеһе 111 ғариза килгән. Сибай (алты ғаризаның бөтәһе лә еңде) һәм Межгорье (бөтә биш ғаризаһы ла еңде) иң уңышлы ҡалалар булып сыҡты. Иң әүҙем ҡалалар – Нефтекама (20 ғариза бирелгән, 14 еңгән) һәм Стәрлетамаҡ (22 ғариза тапшырылған, 11 еңгән). Өфөнән конкурсҡа 34 ғариза ебәрелгән, һигеҙе һайлап алыу аша үткән.
Быйыл белем биреү объекттарын төҙөкләндереү һәм ремонтлау менән бәйле проекттарҙың артыуы күҙәтелә, тип билдәләне программаны әҙерләүселәр. Ихтыяжлы проекттар иҫәбендә – юлдар, һыу тәьминәте, ерләү урындарын тәртипкә килтереү, мәҙәниәт объекттары, балалар өсөн һәм спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек менән бәйле проекттар.
2017 йылда программаны дөйөм финанслау күләме 445 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Уларҙың 299,6 миллионы – төбәк ҡаҙнаһынан, 59,8 миллионы – урындағы бюджеттарҙан, 47,7 миллионы – халыҡтың биргән аҡсаһы, 38,3 миллион һумы – бағыусыларҙың аҡсаһы.
Иң ҡиммәт проекттар – Стәрлетамаҡ районының Төньяҡ ауылында һыу тәьминәте системаһын капиталь ремонтлау – 3,88 миллион, Мәләүез районының Яңы Казанковка ауылында юлды ремонтлау һәм элекке хәленә ҡайтарыу – 3,25 миллион, Нефтекамала юл участкаһын һәм һыу тәьминәте селтәрен йүнәтеү – 1,8 һәм 1,77 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика