01:50 (UTC+5), 04 Августа 2017

Күмертауҙың инвестиция мөмкинлектәре менән Удмуртияла таныштырҙылар

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте, Күмертау ҡалаһы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Удмуртияның Сарапул ҡалаһында «Моноҡала — гөрләп йәшәү урыны» стратегик сессияһы үтте. бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән моноҡала вәкилдәре йыйылды.
Сессия эшендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡатнашты.
Кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәтенең «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө проекты етәксеһе Ирина Макиева уҙғарҙы.
Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев сессия спикерҙарының береһе булды. Ул монобиләмәне үҫтереү буйынса башҡарылған эш йомғаҡтары хаҡында һөйләне, шулай уҡ киләсәккә стратегия пландары менән уртаҡлашты.
Ҡала башлығының һүҙҙәренсә, Күмертауҙы үҫтереү программаһына 14 йүнәлеш буйынса 54 проект инә. Бөгөн программаның 10 проекты тулыһынса ғәмәлгә ашырылған. Ҡала алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – ул уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу. Ағымдағы йылда октябрь уртаһында имидж сараһын – «Инвестиция пикнигы-2»не уҙғарыу күҙаллана. Ул инвесторҙарҙың, власть органдары һәм үҫеш институттары вәкилдәренең аралашыу урыны буласаҡ.
Сарапулдағы сессияның дүрт һүҙ көрәштереү майҙансығында осрашыуҙа ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ башланғысын әүҙемләштереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторын үҫтереү, ҡалаларҙа үҙенсәлекле ижтимағи киңлектәр булдырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, туристик йәлеп итеүсәнлеген арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙеләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика