07:50 (UTC+5), 04 Августа 2017

Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәләрҙе йыйыу кимәле 90 проценттан артҡан

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2017 йылдың тәүге алты айында күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға иғәнәләрҙе йыйыу былтырғы күрһәткестәрҙән уҙып киткән һәм 90,9 процентҡа еткән. Бер йыл элек капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе йыйыу 86,3 процент тәшкил иткән.
2017-2019 йылдарға билдәләнгән ҡыҫҡа ваҡытлы план буйынса, быйыл капиталь ремонтҡа торлаҡ хужаларының иғәнәләре иҫәбенән һәм урындағы бюджеттан 3 миллиард һум йүнәлтеү һәм 1202 күп фатирлы йортто йүнәтеү күҙаллана.
Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының коллегия ултырышында билдәләүҙәренсә, Төбәк операторы алдында хәҙер 15 сентябргә ҡәҙәр ҡыйыҡтарҙы, йорттарҙың тышын, үҙәк йылытыу системаларын капиталь ремонтлау буйынса бөтә миҙгел эштәрен тамамлау бурысы тора.
Бынан тыш, Төбәк операторына халыҡ менән мәғлүмәт-аңлатыу эштәрен әүҙем рәүештә дауам итергә, түләмәүселәр менән эште көсәйтергә, капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе ваҡытында түләүҙе тәьмин итергә һәм тотош 2017 йылға иғәнәләрҙең йыйыу кимәлен 90 проценттан арттырырға ҡушылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика