05:20 (UTC+5), 03 Август 2017

Төбәктә миллионерҙар артҡан

Ксения Калинина
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Һалым хеҙмәте идаралығы 2016 йылға декларация компанияһының йомғаҡтарын баҫып сығарҙы. Физик берәмектәрҙән бөтәһе 200 мең самаһы табыш тураһында отчет ҡабул ителгән. Төп өлөшө, йәғни отчет биреүселәрҙең 90 проценты бер йылда уларҙың килем суммаһы бер миллион һумдан артмауын белдергән. Әйтеп үтергә кәрәк, былтыр ҙур булмаған эш хаҡы менән һалым түләүселәрҙең өлөшө 3 проценттан артманы, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
20 меңләп кеше йылына 1-10 миллион һум аҡса эшләй алыуы хаҡында хәбәр итте. Сағыштырыу өсөн, 2015 йылдың йомғаҡтары буйынса миллионерҙарҙың һаны байтаҡҡа әҙерәк – 13 мең булған.
«Йылдан-йыл 10 миллион һумдан юғары табыш күрһәтелгән декларацияларҙың иҫәбе арта, — тип өҫтәнеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә. – 2015 йылда бындай табышты 505 һалым түләүсе теркәһә, 2016-сыла – 555».
Миллиардерҙар һаны берәүгә кәмегән: һигеҙ ине, хәҙер ете. 2015 йылда миллиардлы табышлы ике кеше ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән уңышлы операциялар хаҡында белдергән. Былтыр, отчеттар буйынса, бизнесмендар ҙур аҡсаны эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә генә эшләй алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика