06:16 (UTC+5), 02 Августа 2017

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур трассаһында бер йылға хәрәкәт сикләнде

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ҡырмыҫҡалы районында Р-240 Өфө-Ырымбур федераль трассаһында хәрәкәт сикләнде.
Федераль юл хеҙмәткәрҙәре Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 39+250 саҡрымында йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелен төҙөргә тотондо. Эш ваҡытында участкала автомобиль транспортының хәрәкәте сикләнгән. Йәйәүлеләр өсөн үткәүелде 2018 йылдың авгусына төҙөп бөтөү күҙаллана.
«Тура һәм кире йүнәлештә үтеү өсөн раҫланған юл хәрәкәтен ваҡытлыса ойоштороу схемаһына ярашлы Ырымбур яғына уң яҡ һыҙат асылған. Участкала хәрәкәт тиҙлеге сәғәтенә 40 саҡрым тәшкил итәсәк, — тип хәбәр итте «Урал буйы» юл идаралығының йәмәғәтселек менән элемтә буйынса белгесе Алһыу Бабичева. — Водителдәрҙе ошо автомобиль юлы участкаһында бик иғтибарлы булырға, ваҡытлыса юл билдәләре һәм горизонталь тамға талаптарын үтәргә саҡырабыҙ».
Ғәмәлдәге 39+150 саҡрымдағы автобус туҡталышы ваҡытлыса 50 метрға Өфө яғына күсерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика