Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Август 2017, 09:27

Рөстәм Хәмитов Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса килешеүгә аңлатма бирҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуға аңлатма бирҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Истанбулда Башҡортостан концессия компанияһы һәм «Лимакмаращавтодороги» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Лимак төркөмө компанияһы (Төркиә) Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын проектлау һәм төҙөү өсөн килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Ҙур төҙөлөштәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, хәҙер республиканың Ҡариҙел районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлә. Был – ҙур, стратегик объект. Уға Тәстүбәгә тиклем һуҙылған яңы 60 саҡрым оҙоноҡтағы ул участкаһы килеп тоташа. Ул дүрт миллиард һум самаһы тора. Күперҙең беренсе сираты, Өфөлә Тимашев юл үткәргесе янында транспорт сиселеше лә 2018 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 2019 йылда 60 саҡрым оҙонлоҡтағы юл участкаһын тапшырыу күҙаллана. Был республикабыҙ өсөн яңы, бик мөһим һәм ҙур йүнәлеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Өфөнән Көнсығыш сығыу юлына килгәндә, был объект – күп көс талап итте, бөтәһен дә арытты. Уны төҙөй башлағандарҙы, тоннолде эшлекле хәлдә тоторға тырышҡандарҙы, беҙҙе лә, сөнки ҡулайлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк ине».
Республика Башлығының һүҙҙәренсә, «төҙөлөштө ябырға, был тоннелде һыҙлыҡлап ҡуйырға, уны ҡом менән тултырырға һәм ошо хаҡта оноторға», зыянды – юйырға, тип белдергән һәм Көнсығыш сығыу юлын төҙөүгә ҡаршы килгәндәр ҙә аҙ булманы. Дөйөм алғанда, ул – биш-алты миллиард һум.
«Әммә ошо проектҡа ышаныуҙарын дауам иткән кешеләр ҙә булды. Бөгөнгә, концессия шарттарында, тулыһынса булмаһа ла, 90 процент ышаныс менән ошо төҙөлөштөң тамамланыу ихтималлығы хаҡында әйтергә мөмкин», — тип белдерҙе журналистарға Рөстәм Хәмитов.
Һаҡлау ҡоролмаларын төҙөү, ярҙарҙы нығытыу буйынса бөтә эштәр комплексын үҙ эсенә алған объектты тапшырыу ваҡыты 2025 йылға планлаштырылған. Нәҡ ошо ваҡытҡа еңел автомобилдәр өсөн Өфө аша М5 һәм М7 федераль трассалары тоташтырыласаҡ.
«Тик еңел транспорт ҡына, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. — Ауыр йөк транспорты булһа ошо юлдың сығымын ҡаплау мөмкинлеге байтаҡҡа артһа ла. Юл түләүле буласаҡ. Ошо проектта ҡатнашасаҡ банктар менән килешеү өлгәшелгән дә инде. Бөтә иҡтисади иҫәпләүҙәр тамамлана, финанслау мөмкинлектәре, хаҡын сығарыу ваҡыты өйрәнелә. Ошо объектты төҙөргә йыйынған Төркиә компанияһы менән яҡынса килешеү төҙөлгән, 2017 йылдың аҙағына киләһе йылда беҙҙе нимә көтәсәге тураһында тулыһынса билдәле буласаҡ».
Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, «Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса проектты уңышлы тормошҡа ашырғанда Өфөлә тағы ла бер хәл ителмәгән мәсьәлә ҡаласаҡ – ҡаланың төньяҡ өлөшөн М5 трассаһы менән тоташтыра алған Интернациональ урамы башында күпер төҙөү. Ул саҡта күперҙәр, үткәүелдәр төҙөү программаһын, дөйөм алғанда, тамамлайбыҙ тип әйтергә мөмкин».
«2023-2025 йылдарҙа Интернациональ урамында ла күпер төҙөргә ине. Эштәр ҙур, етди, бөтә яҡтан да бик мөһим һәм кәрәкле. Барыһын да ентекләп өйрәнәбеҙ: аҡса булһа – төҙөйбеҙ. Тимашев тимер юлы үткәргесе янында транспорт сиселешен һәм Ҡариҙел объектын тапшырасаҡбыҙ – 2020 йылға тиклем былар барыһы ла буласаҡ. 2025 йылға ҡәҙәр Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын да тапшырырбыҙ. Моғайын, Интернациональ урамында ла күпер булыр», — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: