09:51 (UTC+5), 02 Август 2017

Башҡортостан милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Республикаһы милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды. Ул Евпаторияла, П.Морозов урамы, 1-3 адресы буйынса урынлашҡан.
Шифахананы тапшырыу Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017 йылдың 7 июлендәге «Шифахана-курорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү һәм Башҡортостан Республикаһы балаларының шифахана-курорт дауаланыуын һәм ялын ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән үҙ-ара эшмәкәрлек буйынса» меморандумды тормошҡа ашырыу сиктәрендә булды. Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғонда хәбәр ителә.
Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, төбәктә Меморандумды ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырылған. Эшсе төркөмдө Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вильданов етәкләне.
Эшсе төркөмгә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов, республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы, Дәүләт төҙөлөшө, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Финанс министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм «Янғантау» шифаханаһы етәкселәре инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика