05:46 (UTC+5), 01 Августа 2017

Төбәктә 250 мең эшләүсе пенсионер арттырылған күләмдә пенсия аласаҡ

mailservice
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 августан Рәсәйҙә эшләүсе пенсионерҙар пенсияға өҫтәмә аҡса аласаҡ. Өҫтәмә түләү күләме пенсионерҙың 2016 йылдағы эш хаҡы кимәленә бәйле. Иң күп өҫтәмә яҡынса 222 һум тәшкил итәсәк.
Рәсәй Пенсия фондының мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн илдә 43 миллион самаһы пенсионер иҫәпләнә, яҡынса уларҙың өстән бер өлөшө – эшләүсе. Башҡортостанда 250 мең пенсионер хеҙмәт итә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү ғаризаһыҙ, автоматик рәүештә башҡарыла. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Пенсиялар графикка ярашлы, почта элемтәһе бүлексәләре тарафынан 3-24 августа таратыла. Кредит ойошмаларға аҡса килешеү ваҡыты менән билдәләнгән көндәрҙә күсереләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика