06:58 (UTC+5), 01 Августа 2017

Республика ауыл хужалығы продукцияһын бүлеү үҙәген төҙөүҙә ярҙам итәсәк

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек бүлеү үҙәген төҙөүҙә дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Проекттың инициаторы – «Сигма» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, инвестор 44,7 миллион һум күләмендә милеккә һалым буйынса һалым ташламалары формаһында дәүләт ярҙамы хоҡуғына эйә булды.
Төҙөлөштө ағымдағы йылдың III кварталында тамамлау күҙаллана. Был проект – А класындағы склад комплексының икенсе сираты – «Сигма Логопарк». Тәүге сираттағы склад комплексының майҙаны 36 мең квадрат метр тәшкил итә.
Проект build-to-suit форматында (заказ буйынса төҙөү) ғәмәлгә ашырыла. Заказсыһы X5 Retail Group — ваҡлап һатыуҙа алдынғы компанияларының береһе. Уға «Пятёрочка», «Перекрёсток», «Карусель» кеүек брендтар ҡарай.
Проекттың маҡсаты – төбәктә артабан бизнес төҙөү өсөн склад логистикаһын үҫтереү. Инвестициялар күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика