02:19 (UTC+5), 01 Августа 2017

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт эре мобиль операторҙарға ҡаршы эш ҡуҙғатты

Карина Камаева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт милли роумингта элемтә хеҙмәттәрен күрһәткәндә юғары хаҡтар өсөн эре мобиль операторҙарға ҡарата эш ҡуҙғатты.
«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, яҡын ваҡыт эсендә бөтә тейешле документтар ҙа әҙер буласаҡ. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт 2018 йылдың тәүге кварталына тиклем илдә роумингты тулыһынса бөтөрөүгә ышаныс тота.
Алдан ведомство МТС, «МегаФон», «Вымпелком» һәм Tele2 компанияларына иҫкәртеү сығарҙы.
Июнь аҙағында «Ғәҙел Рәсәй» партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына милли роумингты бөтөрөүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын индерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика