12:02 (UTC+5), 31 Июля 2017

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Истанбулда Башҡортостан концессия компанияһы һәм «Лимакмаращавтодороги» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Лимак төркөмө компанияһы (Төркиә) Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын проектлау һәм төҙөү өсөн килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Килешеүҙең шарттары буйынса подрядсы проектлау этабына күсә. Рәсәйҙең баш дәүләт экспертизаһы проектты хуплағандан һуң төҙөлөштө башлау ҡаралған. Алдағы алты ай эсендә финанс ябыуына өлгәшеү көтөлә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Быйыл 1 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан һәм ВТБ төркөмөнөң бүлендек компанияһы «Башҡортостан концессия компанияһы» республикала түләүле автомобиль юлын, Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына сығыу юлын, финанслау, төҙөү һәм файҙаланыу тураһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Концессияны тормошҡа ашырыу ваҡыты — 25 йыл.
Концессия килешеүе сиктәрендә тоннель, автомобиль юлын төҙөүҙе тамамлау, аҡса түләү һәм юл хәрәкәте менән идара итеү системаһын, шулай уҡ юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм файҙаланыу өсөн механизацияланған база булдырыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика