16:23 (UTC+5), 28 Июля 2017

Башҡортостанда «магазинһыҙ» ауылдарҙы иҫәпләнеләр

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хәҙер Башҡортостанда сауҙа хеҙмәтләндереүе булмаған 1200 тораҡ пункт иҫәпләнә. Ағымдағы йылда ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан автокибеттәр һатып алыу өсөн 15 миллион һум бүленгән.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова әйтеүенсә, пилот проекттары сифатында 10 район һайлап алынған.
Күсмә сауҙа итеү өсөн автокибеттәр алыусылар иҫәбендә Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары бар.
«Әле беҙ автокибеттәр һатып алабыҙ. Улар аҙ халыҡлы тораҡ пункттарҙы сауҙа хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү өсөн муниципаль райондарға тапшырыла. Муниципаль-ара кооперация сиктәрендә ошо автокибеттәр сиктәш райондарҙы ла йәлеп итер тип ышанабыҙ», — тип хәбәр итте ведомство башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика