12:03 (UTC+5), 27 Июль 2017

Төбәктә араҡы етештереү һиҙелерлек артҡан

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылдың тәүге алты айында республикала алкоголле продукция етештереү 29 процентҡа артҡан. Араҡы етештереү — 31,2%, шараптар, шампан — 14%, һыра — 8,9%.
«Ағымдағы йылдың 1 июленә Башҡортостан биләмәһендәге 5328 сауҙа объектында 1,5 мең ойошма алкоголле продукция һатҡан. Ваҡлап һатыуҙы лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәтен күрһәткән өсөн республика ҡаҙнаһына 44,7 миллион һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләнгән», — тип хәбәр итте коллегия ултырышында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова.
Уның һүҙҙәренсә, лицензиаттар һанының кәмеүенә ҡарамаҫтан, 2017 йылдың ғинуар-июнендә төбәктә легаль алкоголле эсемлектәр һатыу уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,7% артҡан.
Ваҡлап һатыу звеноһында бөтә ерҙә ЕГАИС (Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы) системаһын индереү легаль әйләнештең артыуына ыңғай тәьҫир иткән факторҙарҙың береһе булды. Бөгөнгә 350 магазин системаға тулыһынса тоташтырылмаған. Асҡын, Бишбүләк, Бөрө һәм Саҡмағош райондарында ЕГАИС системаһына тоташтырыу яй бара, тип хәбәр итте ведомство башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика