06:07 (UTC+5), 27 Июля 2017

Армиянан ҡасып йөрөгәндәргә 10 йыл дауамында дәүләт хеҙмәтендә эшләүҙе тыйҙылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөгәндәргә 10 йыл дауамында дәүләт хеҙмәтендә эшләүҙе тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
2013 йылда илдә армиянан ҡасып йөрөгәндәргә дәүләт хеҙмәтен тыйған закон ҡабул ителгәйне.
Чечня парламенты Конституция судына ошо норманы конституцияға ҡаршы килә тип таныуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Унда ғәмәлдәге ҡануниәт барыһының да закон алдында тигеҙ булыу принцибына ҡаршы төшә һәм граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын сикләй тип аңлаттылар. 2014 йылдың октябрендә Конституция суды тыйыуҙы законһыҙ тип тапты.
РБК хәбәр итеүенсә, 14 июлдә Дәүләт Думаһы армиянан ҡасып йөрөгәндәргә 10 йылдан һуң дәүләт структураларында вазифа биләргә рөхсәт биргән закон проектын ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дәүләт органы йәки предприятие етәксеһе хәрби комиссариаттан хеҙмәткәренең законһыҙ сәбәптәр буйынса хеҙмәттән ҡасып йөрөүе тураһында мәғлүмәт алған осраҡта, уны 10 көн эсендә дәүләт хеҙмәтенән ситләтергә һәм хәрби комиссариатҡа хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу хаҡында хәбәр итергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика