Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2017, 17:46

Рәсәйҙә баҡсасылыҡ тураһында закон ҡабул ителде: дача биләмәһендә торлаҡ төҙөргә мөмкин

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы «урман амнистияһы» менән бер үк ваҡытта баҡсасылыҡ тураһында закон ҡабул итте. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса участкаларында йорт һалырға мөмкинлек бирә. Унда пропискаға торорға була. Бының өсөн урындағы ауыл советында рөхсәт алырға кәрәк.
Баҡса йортон рөхсәтһеҙ ҙә төҙөргә мөмкин. Торлаҡ һәм баҡса йортон теркәү өсөн кадастр инженеры әҙерләгән техник план талап ителә, тип аңлатма бирҙеләр Росреестрҙа.
Закон шулай уҡ баҡса йортон йәшәргә яраҡлы итеп таныуҙы күҙ уңында тота. Йәки — киреһенсә. Тейешле тәртип хөкүмәттә раҫланырға тейеш.
Читайте нас: