Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.25
+0.36
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2017, 15:19

Өфөлә муниципалитеттар араһында «Асылыкүл курорт-паркы» кластерын үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә «Асылыкүл курорт-паркы» туристик-рекреация кластерын үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы булды. Килешеү Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй һәм Бүздәк райондарының хеҙмәттәшлек итеүенә ҡағыла. Осрашыу республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов рәйеслегендә үтте.
«Экология, инвестициялар һәм «Асылыкүл» тәбиғәт паркын үҫтереү» консорциумы рәйесе Марат Сәхәпов күлдең Рәсәйҙең туристарҙы йәлеп иткән ун һыу ятҡылығы исемлегенә инеүен билдәләне. «Бында туристик инфраструктура яңы төҙөлә башлауға ҡарамаҫтан», — тип билдәләне ул. Менеджер объектты үҫтереү буйынса «юл картаһы»нда 93 пункт, улар иҫәбендә отель, ресторан, шифахана, турбазалар барлығын хәбәр итте. Потенциаль инвесторҙар менән 30 һөйләшеү үткәрелгән. Ер мәсьәләләрен көйләү башланған. «Картаны тормошҡа ашырыу бығаса күрелмәгән туристик парк булдырырға мөмкинлек бирәсәк», — тип иҫәпләй проекттың етәксеһе.
Республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә кластерҙы үҫтереү идеяһын хупланы.
Фәрхәд Самедов парктың архитектура һәм стиль йәһәтенән берҙәмлегенең мөһимлеген билдәләне. «Аҡыллы концепция төҙөргә кәрәк, был урындар танылған яҙыусылар менән бәйле. Нулдән башлайбыҙ, һәм барыһын да ныҡлы һәм матур итеп эшләү зарур. Туризм өсөн яраҡлы булған ниндәйҙер айырым ваҡытлыса торлаҡ замандары үтте», — тине ул.
Асылыкүл — Башҡортостандағы иң ҙур күл. Ул халыҡ әкиттәрендә һәм эпоста ла телгә алына. Күлдең биләмәһендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бик күп йәнлектәр, ҡоштар, балыҡтар, үҫемлектәр бар.
Читайте нас: