07:13 (UTC+5), 25 Июль 2017

Республикала 3,5 мең өлөшсөгә хәүеф янай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 3,5 мең кешегә хәүеф янай. Өс мең өлөшсөнөң проблемаһы йорттарҙы тапшырыу ваҡытын һуҙыуға ҡайтып ҡала, ләкин 500-600 самаһы кеше мутлашыусыларҙан зыян күргән. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов 24 июлдә республика телеканалдарына биргән интервьюһы барышында хәбәр итте.
«Өс мең граждан буйынса хәл ҡатмарлы, әммә хәл итергә мөмкин. Төҙөлөш тамамланыр һәм улар торлаҡ алыр. Ҡануниәтебеҙгә өҫтәмә норматив акттар, төҙәтмәләр ҡабул итергә кәрәк, — тип аңлатма бирҙе башлыҡ. — Һалған аҡсалары урланған 500-600 кешегә килгәндә, бында хәл ҡатмарлыраҡ, сөнки ошо мәсьәләне туранан-тура хәл итеү юлы юҡ. Ләкин шул уҡ ваҡытта унда ла алданған өлөшсөләр өсөн уңайлы варианттар табырға тырышырбыҙ. Миңә мутлашыусылар ҡулына эләккән яҡташтарыбыҙ, граждандарыбыҙ бик йәл. Һис шикһеҙ, мин дә улар кеүек борсолам. Ғәйептең бер өлөшөн ваҡытында ниҙер эшләп еткермәгән хөкүмәткә, ошондай ваҡиғаларға юл ҡуйған ҡала хакимиәттәренә, муниципалитеттарға япһарам».
Башлыҡ көн һайын проблемалы объекттар хаҡында мәғлүмәт менән танышып барыуын билдәләне. «Эштең әүҙемләшеүен әйтеп үтергә кәрәк. Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты һәм хөкүмәт был темаға ҙур иғтибар бирә һәм бөгөнгә тейешле саралар күрелгән дә инде», — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика