Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль 2017, 16:38

Рәсәйҙә өс йыл эсендә тәүге тапҡыр төҙөлөш материалдарын етештереү артҡан

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙең төҙөлөш материалдарын етештереү баҙарында 2014 йылдан алып тәүге тапҡыр үҫеш күҙәтелә. Шунан бирле етештереү йылына яҡынса 10% кәмей барҙы. Икенсе квартал йомғаҡтары буйынса ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,5 % артты, тип яҙа «Известия» гәзите. Уның артынса — 3-4 айҙан төҙөлөш эштәре лә йәнләнер, тип ышана эксперттар.
«Күренеүенсә, халыҡтың реаль аҡсалата килеме кәмеүҙән туҡтай, реаль эш хаҡы арта. Оҙаҡ файҙаланылған тауарҙарға, шул иҫәптән торлаҡҡа ҙур һорау барлыҡҡа килде, көҙгә уны ҡәнәғәтләндерә башларҙар, моғайын», — тип иҫәпләй эксперттар.
Читайте нас: