07:04 (UTC+5), 24 Июля 2017

Әлшәй районының һигеҙ ҡасабаһында «Реаль эштәр» башҡарыла

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Әлшәй районындағы һигеҙ ҡасабала «Реаль эштәр» партия проекты тормошҡа ашырыла. Улар араһында — Ҡырым, Уразмәт һәм Никифарово ауылдарында юлдарға асфальт түшәү һәм клубтарҙы төҙөкләндереү, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында мәктәптең ҡоймаһын, Зеленый Клин ауылында иһә һыу үткәргесте ремонтлау. Раевкала Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү районда масштаблы проекттарҙың береһе булмаҡсы. Бөгөнгә Яңы Сәпәш ауылындағы балалар баҡсаһы ҡоймаһын ремонтлау буйынса эштәр тамамланған да инде.
«Әле бөтә аукциондар ҙа тиерлек үткәрелгән, подрядсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Һәр ваҡыттағыса беҙ район халҡының наказдарын үтәү өсөн депутаттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлшәйҙә төҙөкләндереү буйынса проекттарға ярҙам итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 2,85 миллион һум бүленгән», — тип хәбәр итте «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Раиса Козловская.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика